Беҙҙең бөгөнгө көнөбөҙ яҡты, тыныс булһын өсөн ҡандарын, тирҙәрен түккән, хеҙмәттәрен һалған инәй-бабайҙарыбыҙ торған һайын кәмей бара. Ләкин уларҙың башҡарған эштәре бер ҡасан да онотолмай. Беҙ әле бәйән итәсәк инәйебеҙ ҙә ана шундайҙарҙан. Ул Яңы Мусала тыуып үҫкән, ғүмер буйы шунда йәшәгән, үҙенең 95 йәшен билдәләгән Майшәкәр Ниғмәтуллина.