Яманһары ауылында йәшәгән Мөзәгирә Йәмилева инәй ошо көндәрҙә ныҡ ҡыуанып ултыра. Бахмут ауыл советы һәм туғандары менән берлектә күптән көткән тыл эшсәне исемен алыуға ирешә ул.
89 йәшен ҡаршылаған Мөзәгирә Әғзәм ҡыҙы был наградаға күптән лайыҡ. Бер эштән дә ҡурҡмаған инәй ғүмер буйы ауылда төрлө эштәрҙә тир түгә. Тормош иптәше менән ете балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биреүгә лә өлгәшә улар.