«Әсәйем хеҙмәт ветераны, эшендә һынатманы, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды, - ти өлкән ҡыҙы Альмира Сахакова. - Хаҡлы ялға сыҡҡас та әле, мәктәптә 8 йыл эшләп йөрөнө. Оло юбилейын билдәләргә балалары ҡайтты, күрше-тирәләге әхирәттәре лә ҡотланы. Үҙен ҙурлап, бүләктәр һәм гөлләмә менән Яҡшымбәт ауыл хакимиәтенән дә килделәр. Ололап, онотмағандары өсөн бик ҡыуанды ул. Ҡотлаусыларҙың барыһына ла рәхмәттәр еткерә».