- Минең хәлдәр арыу ғына, ҡыуанырлыҡ урыны бар. Ошо көндәрҙә Бахмут ауыл хакимиәтенән миҙал, уға өҫтәп аҡсаһын, күстәнәсен дә килтерҙеләр. Ҙур рәхмәт! Мин инде 89 йәшкә етеп барам. Үҙ ғүмеремдә бик күп ерҙәрҙә булдым. Ҡайҙа ебәрҙеләр, шунда эшләнем. 1941 йылдың 1 май көнө, миңә ул ваҡытта 9 йәш ине, беренсе тапҡыр ҡамыт кейҙем. Ул ваҡытта Низаметдин бабай, председатель: "Йәле улым, эшләп күрһәт",- тип миңә ҡамыт кейҙерҙе. 200 гектар ерҙе тырматып бирҙем. Шул минең беренсе эш башлаған көнөм ине. Шул көндән алып, ниндәй эш бар, барыһын да эшләнем, бесән әҙерләүҙә, уңыш йыйыуҙа әүҙем ҡатнаштым. Егет булғас, көтөүҙе ҡуна ятып, ҡарауыллап көттөк. Колхоздан командировкаларға ебәрәләр ине, гидростанция төҙөргә ебәрҙеләр, унда эшләп ҡайттым. Сорғаяҙ ауылы эргәһендә, һал ағыҙыуҙа эшләгән осорҙа, Өфөнән корреспонденттар килеп, "Передовой бригада" тип фотоға төшөрөп, яҙып алып киттеләр. 1957 йыл Көйөргәҙе совхозына ҡушылғас, һыйыр малы 4 мең башҡа ҡәҙәр етте, шуны көттөк. Хаҡлы ялға сыҡҡас инде, "Хеҙмәт ветераны" тигән исем бирҙеләр. Ҡатыным Гөлзаһира менән 56 йыл татыу йәшәнек. 7 балаға ғүмер бүләк иттек. Заманында йәшәнек инде, ғәилә ҙур булғас, малды ла күпләп аҫыраныҡ, балалар ярҙам итеп торҙолар. Балалар үҫеп етеп, уҡып, башлы-күҙле булып, матур ғәиләләр ҡороп йәшәп яталар. Бер улым ғына яҡты донъянан иртә китеп барҙы, шуныһы үкенесле. Әлеге көндә яңғыҙ йәшәп ятам, әбейемдең үлгәненә ошо көндәрҙә 7 йыл булып китте. Балалар йыш ҡайтып хәлдәремде белешеп, ярҙам итеп торалар. Шулай, үтеп барған ғүмер юлымда, аяҡ баҫмаған ер, эшләмәгән эш ҡалманы.