Все новости

Ҡыуанып ултырһын әле

Яҡшымбәттә йәшәүсе Әхмәҙи Мөхәмәҙғәли улы Мәҡсүтов 90 йәшлек ҙур юбилейын билдәләгән.#юбилей #90йәш #военныеДети #газетаЮшатыр

«Хаҡлы ялға сыҡҡас, атайыбыҙ китапхананан бик күп китаптар алып уҡыны. Һуңғы йылдарҙа ғына күҙҙәре насар күргәс, китапханаға йөрөмәне. Ошоға тиклем шәп кенә йөрөй ине, 90 йәшенә бер нисә көн ҡалғас атай ауырыны ла китте. Шулай ҙа уның күңелен күрер өсөн, юбилейы менән тәбрикләп, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатов менән эштәр идарасыһы Гөлшат Ахунйән ҡыҙы килделәр. Улар Рәсәй Президенты В.В.Путиндың ҡотлау телеграммаһын, үҙҙәренең Рәхмәт хатын, бүләктәрен тапшырҙы. Атай менән әсәй "Юшатыр" гәзитен дә йыл һайын яҙҙырып, район яңылыҡтары менән танышып торалар. Аллаһы бирһә, атай шәбәйеп китер, оҙаҡ йылдар гәзиттәге ҡотлауҙарҙы уҡып, ҡыуанып ултырһын әле тип өмөт итәбеҙ», - ти балалары.
Тулы материал 91-се һанда.
#юбилей #90йәш #военныеДети #газетаЮшатыр
Читайте нас: