«Ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов һәм Гөлшат Ахунйән ҡыҙы тыуған көнөм менән ҙурлап, Рәхмәт хаты һәм йылы юрған бүләк итте, - тип ҡыуанысы менән бүлеште Арыҫлан Насретдин улы. – Ололап килеүселәргә рәхмәтемде белдерәм. 80 йәш билдәләү - ул бик һирәк кешегә тәтегән бәхет. Минең ошо йәшкә етеүҙә ҡатыным, Асия Биктимер ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уға булған рәхмәтемде әйтеп, уның алдында баш эйәм».