Все новости

Бер сәғәт ғүмер

Бер нисә сәғәт кенә булғандар, ә кешегә әллә нисә көнгә етерлек бәхет ҡалдырып киткәндәр. Тормош артынан ҡыуып, әмәлен тапмай (әллә табырға теләмәй), ярар, иртәгә, бөгөн ваҡыт юҡ, тип ҡул һелтәп, күпме кешене бәхеттән яҙҙырабыҙ икән?#милосердие #газетаЮшатыр #Таймас

Иртәгә - Ғәриптәр көнө. Был көн башҡаларынан нисектер айырылып торорға тейеш кеүек, кешенең миһырбанлығы, мәрхәмәте тап ошо көндә нығыраҡ сағыла һымаҡ.
Таймаҫтар был хаҡта (һаулығы сикләнгәндең хәлен бел) онотмай, Ғәриптәр көнө булғанда ғына уларҙы иҫкә төшөрә лә бөттө түгел, йыл әйләнәһенә ғәриптәрҙең өйөнә аяҡ баҫа, күмәкләшеп йөрөмәйҙәр ине, ә бына әле Гөләйфә Әхмәтова янына бергәләп килгәндәр. Гөләйфә апайға күп кәрәкме ни, ҡыҙҙарҙың барыһын бергә күреү үҙе бәхет, етмәһә, журнал да алып килгәндәр - "Башҡортостан ҡыҙы". Кеше барҙа журнал уҡып ултырып булмай, уны ситкә һалып тороп, сәй эскәндәр (ҡатын-ҡыҙ бергә йыйылһа, үҙе бер туй), донъя, мәңгелек тураһында һөйләшкәндәр, үткәндәрҙе иҫкә алғандар.
Бер нисә сәғәт кенә булғандар, ә кешегә әллә нисә көнгә етерлек бәхет ҡалдырып киткәндәр. Тормош артынан ҡыуып, әмәлен тапмай (әллә табырға теләмәй), ярар, иртәгә, бөгөн ваҡыт юҡ, тип ҡул һелтәп, күпме кешене бәхеттән яҙҙырабыҙ икән?
Читайте нас: