Түкән ауылы ҡыҙы Мәүлиҙә Мораптал биләмәһендә булған тегеү мастерескойына практика үтергә килә. Төпкөл ауылда йәшәп, ҡышҡы һалҡындарҙа туңа-туңа тракторҙарға ултырып мәктәптәргә йөрөгән ҡыҙ, Мораптал биләмәһенә килгәс, кемгә булһа ла кейәүгә сығып, ошонда тороп ҡалам тип, үҙенә һүҙ бирә. Һәм, ниһайәт, уның тормош юлында Яҡут ауылынан Зинәт исемле егет осорай. Бер күреүҙә бер-береһен оҡшатҡан йәштәр, алты ай танышып йөрөгәндән һуң, йәше лә тулмаған ҡыҙҙы, ай-вайға ҡуймайынса, 2 октябрҙә кәләш итеп алып ҡайта. «Алам, барыбер алам, тине лә ҡалды бит», - тип иҫләй Мәүлиҙә апай. Ноябрь айында өс көн туйлап, йәш ғаилә Яҡут ауылында, ата-әсәләрендә йәшәп, береһе газда слесарь, икенсеһе балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлайҙар.