Бөтә яңылыҡтар

Һоҡланырлыҡ та, өлгө лә алырлыҡ

Рәфҡәт һәм Ғәлиә Әбүшаһминдар алтын туйҙарын билдәләне.

Әбүшаһминдар ғаиләһе һайлаған һөнәрҙәренә тоғро кешеләр. Рәфҡәт ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы, хатта унан һуң да 12 йыл дауамында механизатор булып (эш стажы – 50 йыл), ә Ғәлиә апай ҡырыҡ йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уларҙың бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, наградалары - эштәренең һөҙөмтәһе булып торалар. Эшләп өйрәнгән ғаилә, әле лә балаларыбыҙға, бигерәк тә ейәндәребеҙгә ярҙам булһын тип, ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ат аҫрайҙар. Өлкән ейәндәре Руслан ғаиләле, тағы ла өсәүе уларға терәк-таяныс. Уларҙың да ғаиләле булыуҙарын күрергә, бүлә-бүләсәрҙәр һөйөргә насип булһын.
Альфира НИҒМӘТУЛЛИНА
Яңы Мораптал ауылы
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 102-се һанында.
Читайте нас