Все новости

“Беҙ күргәнде күрмәгеҙ”

Шәүрә Яҡупова яңы башланған йылдың беренсе айында 90 йәшен тултырҙы. Шул айҡанлы Күмертау ҡала Советы уны юбилейы менән тәбрикләп, Рәсәй Президенты В. Путиндың һәм Күмертау ҡалаһы башлығы О. Фроловтың ҡотлау хаттарын еткерҙе.

Үҙе тураһында һөйләп биргәс, Шәүрә инәй минең менән ҡыҙыҡһынды. Фамилияны әйтеү менән, күрәҙәселәй әйтеп һалды: "Әәә, Баба яҡтарынан тамырҙарың... Үҙебеҙҙең кеше инде, тимәк. Ярай, кем булһа ла, беҙ күргәнде бер үк күрмәгеҙ. Әлеге ҡыйынлыҡтар,төплө ҡараһаң, ҡыйынлыҡ та түгел, шуға тормош ҡәҙерен белеп, матур йәшәгеҙ, балалар". Оло быуын кешеләренең хәтере иҫ киткес: улар заманында телефон, интернет, телевизор-маҙарҙа юҡ, ә барыһын ишетеп торғандар, хатта әллә күпме йылдар үтһә лә, кемдең ҡайҙан, ниндәй нәҫелдән булыуын белеп торалар. Хәҙер әллә ҡайҙағы таныш булмаған танышыңдың түгел, үҙеңдең туғандарыңдың сығышын онотмаһаң бик хуш әле. Хәтерҙәренән нығыраҡ -тапҡыр фекерҙәре. Ысынлап та, әле беҙ ҡыйынлыҡтың нимә икәнен белмәйбеҙ генә. Шөкөр әйтеү урынына юҡ-барға көйөнөп, борсолоп,бирлеләнеп көн күрәбеҙ.
Шәүрә инәй менән туйғансы һөйләшеп, уның йылы, яҡты нур бөркөп торған фатирынан сыҡҡас, үҙ өләсәйемә барып килгәндәй тойғо уянды. Шулай инде: үткән быуаттың беренсе яртыһында тыуып, һуғыш афәттәренә дусар булғандарҙың ғүмерҙәре төрлө сюжеттарҙан ҡоролһа ла, бер сценарий буйынса яҙылғандыр.

Маргарита МОРАТБАҠЫЕВА, Күмертау ҡала Советы депутаты
Тулы материал 8-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: