Все новости

Өйҙөң утын һүндермәй

Мин һеҙгә Ҡарай ауылында ғүмер итеүсе оло йөрәкле, сабыр холокло ҡәйнәм Гөлнур Миңлеғәли ҡыҙы Усманова тураһында яҙып үтәһем килә.

Мин һеҙгә Ҡарай ауылында ғүмер итеүсе оло йөрәкле, сабыр холокло ҡәйнәм Гөлнур Миңлеғәли ҡыҙы Усманова тураһында яҙып үтәһем килә. Ул Ҡарай ауылының иң хөрмәтле кешеләренең береһе. 1941 йылдың 25 ғинуарында, Абдул ауылында донъяға килә. Әтейе һуғышҡа киткәндә 6 айлыҡ ҡына булып ҡала, ҡыҙғаныс, уны бөтөнләй белмәй үҫә, сөнки әтейе Миңлеғәли бабай Сөләймәнов һуғыштың аҙағына тиклем яу юлын үтеп, Германияға барып етеп еңеү көнөндә һәләк була. Гөлнур Миңлеғәли ҡыҙы 15 йәшенән хаҡлы ялға туҡтағансы "Мораптал" совхозының Абдул фермаһында һауынсы булып эшләп Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була. Тырыш хеҙмәте өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, 3-сө дәрәжә Хезмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Күп йылдар ауыл советына депутат, район депутаты итеп һайлана. 1962 йылда күрше Ҡарай ауылына килен булып төшә. Ҡайным Абдулла Усманов менән, дүрт ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, үҙ аллы тормош юлына сығаралар.
Лилиә УСМАНОВА
Ҡарай ауылы
Тулы материал 9-сы һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: