Все новости

Гөл сəскəлəр ярата

Яҡшымбəт ауылы хакимиəтенең ҡотлап үткəн икенсе юбиляры Вəлиев Хəлил бабай ҙа 85 йəшлек матур юбилейын ҡаршылаған. Түбəнге Баба ауылында тыуып үҫеп, əлеге көндə тыуған яғына тоғро ҡалып, тормош итеүсе Хəлил бабай ҡотлауҙарҙы ҡыуанып ҡабул иткəн һəм ҙур рəхмəттəр əйтеп ҡалған.

Ул ғүмере буйы колхозда механизатор булып эшлəп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тик ултырырға яратмаған бабайыбыҙ донъяһын сəскə-гөлдəргə күмеп, əлеге көндəрен шуларҙы ҡарауға бағышлап йəшəй.
Читайте нас: