Иртəн дарыу эсеп ятып торһам, ишек ҡаҡтылар. Башҡа шəл ябынып, өҫтөмə пальто кейеп сыҡһам, танауҙарына маска ҡаплаған ике кеше тора, ҡулдарында ҡағыҙмы, журналмы тотҡандар. Мин уларҙы кеше иҫəбен алып йөрөүселəрҙер тип уйланым, үҙҙəре өндəшкəс кенə танып ҡалдым. Ауыл хакимиəте башлығы Кинжəлиев Асҡар Исат улы менəн эштəр идарасыһы Хисикова Венера Фəрит ҡыҙы икəн.