Көтөлмəгəндə, мине ҡыуандырып Таймаҫтан Араптанов Раилдең яҡшы билдəлəренə генə уҡыған, бəлəкəй улы Динислам үҙ ҡулдары менəн «Ветеранға посылка» тип аталған бүлəк эшлəп алып килде. Уның эсенə өсмөйөшлəп яҙған хатын, бүлəктəрен һалған. Бала ҡулынан, миңə тип арнап яһалған бүлəкте алыуы бигерəк тə шатлыҡлы булды. Өҫтəүенə Рүзилə киленем изге ай аҙағына етеп килə, байрам хөрмəтенəн тип күстəнəстəр туплап алып килгəн. Мине ҙурлап, иғтибарығыҙҙан айырмағанығыҙ өсөн Аллаһы Тəғəлə үҙегеҙҙе меңлəтə ҙурлаһын, ғаилəгеҙ имен булһын, эштəрегеҙ уң булһын.
Фəүзиə ХӨСƏЙЕНОВА, Ялсыҡай ауылы