Юшатыр
+14 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
ОЛОЛАРҘЫ ОЛОЛАУ – ЯҠШЫЛЫҠТЫҢ БИЛДӘҺЕ
15 Июня 2021, 07:12
Ҡайтыр кеше барҙа ҡайтайыҡ
Ауылдан кеше ҡалаға килһә, тейәнеп ҡайта, магазинға инеп, нимәгә күҙ ташлама, барыһы ла кәрәк. Элек тә шулай ине, хәҙер бигерәк тә: ауылдағы этә-төртә эшләгән магазиндар ҙа ябылып бөттө, автолавкаға ғына ҡалды ышаныс.Ҡустым, сыҡ әле, тигәнде ишетеп сығып, ҙур тоҡсайлы кешеләрҙе күргәс тә шулай уй килде.
Ауылдан кеше ҡалаға килһә, тейәнеп ҡайта, магазинға инеп, нимәгә күҙ ташлама, барыһы ла кәрәк. Элек тә шулай ине, хәҙер бигерәк тә: ауылдағы этә-төртә эшләгән магазиндар ҙа ябылып бөттө, автолавкаға ғына ҡалды ышаныс.
Ҡустым, сыҡ әле, тигәнде ишетеп сығып, ҙур тоҡсайлы кешеләрҙе күргәс тә шулай уй килде.
Зиннур абзый үҙенең хәләле менән, янында Өфәнән ҡайтып барған туғаны - Фируза. Ауылда йәшәмәйҙәр инде улар күптән, ҡунаҡҡа ҡайтып барыуҙары, ҡорбан салырға. Һарыҡ алмағандар, уныһы ауылда ла бар, кемдер ҡалаға күсеп китә, малдарын бөтөрә икән, шул хужанан алалар. Осрашыу күңелле күренеш: фонтан, Ғафури, ҡояш, мул тоҡсайҙар. Алда әсәй, тәмле аш, тыуған ауыл һауаһы көтә.
Тыуған яҡта беҙҙе көтәләрҙер,
Көткән кеше барҙа ҡайтҡылайыҡ,
Атай ҡартҡа күлдәк, әсәйгә - шәл,
Күстәнәскә тәмле сәй алайыҡ.
Атай ҡарт юҡ инде, ҡорбанды уның рухына бағышлап та салалар. Әсәй, шөкөр, иҫән.
Ауылда көтөп торор кеше барҙа ҡайтып ҡалырға кәрәк.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"