Зилә Саттарова апай - бик яҡшы апай булырға тейеш, Иҫке Морапталға барып ингәс тә, аяҡтар (машина) үҙҙәренән-үҙҙәре һул яҡҡа тартты ла, бер йорт янына туҡтаны. Адресын белгән юҡ, төшөп ҡаҙ бәпкәләрен көтөп йөрөгән бер апайҙан һораһаҡ, атаҡ, бына ул уның йорто тине. Тапҡырына тиерлек барып туҡтағанбыҙ икән, шуға, моғайын, һәйбәт апайҙыр тип фараз ҡылдыҡ. Фаразыбыҙ дөрөҫ булып сыҡты, ихлас, ябай апай, үҙебеҙҙеке.
- Картуфым йүнле шытманы, - ауыл кешеһе ауыл кешеһе инде, бар белгәне йорт та, хужалыҡ, ҡайҙандыр, баҡсалар яғынан килеп сыҡты Зилә апай, - ямғырҙар яуманы беҙҙә быйыл, урап үтә лә китә, үтә лә китә.
Йортҡа керҙек. Матур ғына, ыҡсым йорт, элекке заман үлсәме менән ҙур йорт булған был. Уны апай үҙе һалған. 29 ғына йәшендә тол ҡалғас, ике улын аяҡҡа үҙе баҫтырған. Бына, хатта йорт та төҙөп кергән. Ғүмере буйы колхозда фермала эшләп пенсияға сыҡҡан. 77 йәш тула миңә тигәс, ышанмай торҙоҡ, элек урамда ҡапҡа төбөндә ултырған инәйҙәр иҫкә төштө, улар 70 йәштә үк таяҡҡа таяна торғайнылар. Зилә инәй ҙә таяна - балаларына. Киленем шәп, тип киленен маҡтап ташланы, ейән-ейәнсәрҙәрен. Бер ейәнсәре Мәскәүҙә икән, көн дә шылтыратып тора, бер ейәне армияла, бына-бына ҡайтырға тора. Ул да әйләнгән һайын шылтырата: ауыр күтәрмә, бер нимә эшләмә, үҙеңде һаҡла. Бәхетле апай. Беҙҙең бүләкте лә әллә нимәләй итеп ҡабул итте.
- Ғаиләгеҙҙә менән тиң йәшәгеҙ, бер-берегеҙгә таяныс булығыҙ, - тип өҙлөкһөҙ теләктәрен теләне.
Рәхмәт, Зилә апай. Ямғырҙар урап үтһә лә, бәхеттәр урамай, аҙашмай, туп-тура ишегең аша килеп керһен.