Татыу ғүмер итəбеҙ

Атайыбыҙҙың күҙе насар күрə, шул сəбəпле һуғышҡа бармаған. Йəш сағында күп ерҙəрҙə эшлəгəн. Бригадир ҙа булған, фермала ла эшлəгəн. Мин уларҙың ғаилəһенə килен булып төшкəндə, ул почтальон булып эшлəй ине. Гəзит-хаттарҙы бергəлəп əҙерлəй торғайныҡ. 

Татыу ғүмер итəбеҙТатыу ғүмер итəбеҙ
Татыу ғүмер итəбеҙ

Яңыраҡ ауылыбыҙ башлығы Рөстəм Вəхитов һəм эштəр идарасыһы Зөлфиə Араптанова, атайыбыҙҙы - 95 йəшлек юбилейы менəн ҡотлап, бүлəк биреп, оло кешене ҡыуандырып киттелəр. Уларға ысын күңелдəн рəхмəт һүҙҙəрен еткерəбеҙ.

Əлфиə ƏХТƏМОВА, Илкəнəй ауылы

Хат үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас