

Гөлсирә Насретдин ҡыҙына улар Республика башлығы Р.Ф.Хабиров һәм район башлығы Ю.Т. Ильясов исеменән ҡотлау открыткалары тапшырҙылар. Шулай уҡ Илшат Миҙхәт улы инәйгә изге теләктәрен әйтеп, иҫтәлеккә бүләк тә тапшырҙы.
- Оло кешегә иғтибарҙан да оло бүләк юҡ. Үҙҙәренең тығыҙ ваҡыттарын бүлеп, мине юбилейым менән килеп ҡотлағандары өсөн Илшат Рахмаевҡа һәм Рузалия Әхийәроваға ҙур рәхмәт. Мине ҡыуандырғанығыҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе ҙурлаһын, теләгән теләктәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә изгелек булып ҡайтһын, - тип йыуана Гөлсирә инәй Таипова.