Все новости

Һәр кемгә лә эләкмәй

- Килен булып төшкәс, сөгөлдөр баҫыуында эшләнем. Йыл да 3 гектар сөгөлдөр алып утаным. Бер ваҡытта ла премиянан ҡалманым, хатта бер йылы кер йыуыу машинаһы ла бүләк иттеләр (ул саҡта хаҡы 70 һум ине). Бабайым да уңған булды. Ат ҡараусы булып та, тракторҙа ла эшләне, аҙаҡ бригадир булып хаҡлы ялға сыҡты. Эштәрен баһалаусы миҙал, маҡтау ҡағыҙҙары бихисап уның. Аллаға шөкөр, хеҙмәт ветераны тигән исем дә бирҙеләр. 

Һәр кемгә лә эләкмәй
Һәр кемгә лә эләкмәй

- Малды бөтөргәнемә ике йыл ғына. Балаларыма рәхмәт, ярҙам итеп торалар. Ғүмер буйы кешенән өҙөлмәнек, һәр ваҡыт ишек асыҡ, өҫтәл тулы ризыҡ булды, - тип һөйөнә ул.
Рәйлә Ғәлиулла ҡыҙын ауыл хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов та өйөнә барып ҡотлаған.
- Ҡыуанып ултырам, хужаларҙың өйгә килеп ҡотлауы һәр кемгә лә эләкмәй. Рәхмәт мине ҙурлағандары өсөн. Юнир Ирек улы матур итеп ҡотлап китте, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың да бүләген тапшырҙы. Шулай уҡ ауылдаштарым да, ағинәйҙәребеҙ ҙә килеп ҡотланылар үҙемде.

Ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Рәйлә апай Исхаҡова хаҡында материал үткән һанда донъя күрҙе. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: