Все новости

Барыһы ла шәптәр

Асия апаймы? Көтөп ултырған. Барҙыҡ, күрҙек, ҡотланыҡ. Сәйен эстек. Яҡшы кешенең ҡунағы күп була, апайыбыҙ өҫтәлдәге һыйҙы яңырытп өлгөрә алмай, әле береһе килә, әле икенсеһе. Уҡыусылары бик күп - Иҫке Морапталда кем йәшәй, барыһы ла уның уҡыусылары.  - Ниңә мин һаман иҫән-һау йәшәп ятам? Күберәк йәйәү йөрөргә кәрәк. Шунда сирләмәйһең, - апайыбыҙ әллә беҙгә төрттөрә, -  мин Яңы Морапталдан Иҫке Морапталға гел йәйәү йөрөнөм, 30 йыл буйына.

Барыһы ла шәптәр
Барыһы ла шәптәр
Минең уҡыусыларым барыһы ла шәп булды, - Асия апай үҙен маҡтамай, балаларын маҡтай башланы, хәйер, балалары ниндәй- уҡытыусыһы шундай, - бына Асҡар тора, Дамир ҙа минеке (Киров хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдин), Рәмил Туҡаев та минеке. 
- Бер уҡыусығыҙ өсөн дә оят тойғоһо тыумаймы ни? 
- Юҡ, барыһы ла шәптәр. 
Асия Игликованың юбилейына бәйле материал киләһе һанда баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: