Все новости

Ҡапҡа алды һыуынмаһын

Ололарға иғтибар беҙҙә ныҡ көслө, юбилейын билдәләгән һәр инәй-бабайҙы ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Ауыл башлыҡтары килеп ҡапҡаһын шаҡый, хатта ил башлығынан хат та алып килә, үҙенең аҡсаһын өҫтәп булһа ла, сәй-шәкәрен, яулыҡ-таҫтамалын ала. Юбилярҙың күңеле генә булһын. Кинйәбайҙар - берҙәм халыҡ, ауылдары бәләкәй булһа ла, уларҙағы йәшәү дәрте тағы ла әллә нисә ауылға етерлек. Ныҡ әүҙемдәр.

Ҡапҡа алды һыуынмаһын
Ҡапҡа алды һыуынмаһын
Ағинәйҙәре тураһында айырым әйтергә кәрәк, райондағы бер генә байрам да уларһыҙ үтмәй, йәшел-ҡара-ҡыҙыл милли күлдәклеләр булманымы, тимәк, байрам насар үтте тигән ҡалып йәшәй. 
Кинйәбайҙа Әлиева Маһинур инәй үҙенең 80 йәшен билдәләйәсәк икәнен ауыл ағинәйҙәре әллә ҡасандан белеп, әҙерләнеп торған. Кәрәкле көндө, кәрәкле сәғәттә инәйҙең ҡапҡа алды килен төшөргән йорт ҡапҡаһы һымаҡ булып киткән: күңелле шау-шыу, йыр-көлкө, аш-һыу, ҡотлауҙар...
Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ: һаулыҡ һеҙгә, Маһинур Минһажетдин ҡыҙы, оҙаҡ йылдар ҡапҡа алдына сығып, йәнегеҙгә яҡын кешеләрҙе ҡаршы алып торорға яҙһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: