Все новости

Ҡартаямы ни һуң йөрәк?

Ололар көнө тигәс, райондың мәҙәниәте лә иртәнән бирле тынғы тапманы - ололары күп, һәр береһен ҡотлап сығырға кәрәк.

Ҡартаямы ни һуң йөрәк?
Ҡартаямы ни һуң йөрәк?
 Әлбиттә, Малбаевтар ғаиләһенә юл тоттолар - саҡ ҡына уңаһыҙланыу бар - Фәнир ағай менән Тамара апайҙы оло тип әйтеп ҡара, береһе йәш кәләш алырлыҡ, икенсеһен егеттәр урларлыҡ - күңелеңә гонаһ алырһың. 
Шартына килтереп ҡотланылар, бейеп тә алдылар, йырлап та: 
- Ҡартаямы ни һуң йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла...
Ҡартаймаһын шул. Гел әлегеләй йәш булып ҡалығыҙ, Тамара апай, Фәнир ағай. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: