Все новости

Барыһы өсөн рәхмәт!

Хөрмəтле күмертауҙар, оло быуын вəкилдəре! Һеҙҙе Халыҡ-ара оло йəштəгелəр көнө менəн ысын күңелдəн ҡайнар ҡотлайым!

Барыһы өсөн рәхмәт!
Барыһы өсөн рәхмәт!

Ҡала округы, республика һəм Ватаныбыҙҙың өлгəшкəн барлыҡ уңыштарында Һеҙҙең хеҙмəт өлөшөгөҙ бик ҙур. Илебеҙ тарихының ауыр осорҙарында һеҙ ҡаһарманлыҡ һəм фиҙаҡəрлек өлгөһө күрһəттегеҙ. Бөйөк Ватан һуғышының ғəрəсəтле йылдарында оло быуын дəүлəтебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон һəм иркен һаҡлап, яҡлап, яуҙа батырҙарса алышты. Һуғыштан һуң илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырҙы, Йыһанды үҙлəштереүҙə өлгəшкəн ҡаҙаныштар, фəн, мəҙəниəт, һаулыҡ һаҡлау, мəғариф һəм башҡа социаль өлкə тармаҡтарындағы яңы асыштары менəн Ватаныбыҙҙы бар донъяға танытты.
Хөрмəтле ветерандар! Һеҙ бөгөн дə йəштəргə илһөйəрлек һəм интернационализм өлгөһө күрһəтəһегеҙ, үҙегеҙҙең бай тормош тəжрибəһе менəн уртаҡлашаһығыҙ. Бының өсөн һеҙгə оло рəхмəттəремде белдерəм, алдығыҙҙа ихтирам менəн баш эйəм. Һеҙгə ныҡлы һаулыҡ, именлек һəм оҙаҡ йылдарға бəхетле тормош телəйем!
О. Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала окургы хакимиəте башлығы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: