Все новости

Донъяң йылы булһын

- Мин Кинийә Смаҡова әбей булам, 85 йәш инде миңә, Күмертауҙың К. Маркс урамында йәшәйем. Аяҡтарым йүнле йөрөмәһә лә саф һауа кәрәк, шуға тышҡа сығып әйләнәм. Тик беҙҙең ишек төбөндәге эскәмйәне һүтеп алып киттеләр - домком, имеш, төнөн йәштәр йыйылып ғауғалаша ти икән. Бына ғәләмәт, беҙ йәш саҡта төнө буйы ауыл урамдары буйлап йырлашып йөрөй инек, береһе лә асыуланманы.

Донъяң йылы булһын
Донъяң йылы булһын

Йәшлек бит ул - бер генә килә, әйҙә, егет-ҡыҙҙар ултырһын эскәмйәлә, ҡалғандар йоҡлап тик ятһын, үҙҙәре йәш булмағанмы ни? Шул эскәмйә булмағаны бирле миңә ҡыйын, ултырып хәл йыйыр ер юҡ. Миңә ярҙам итегеҙ әле - ҡайтарһындар минең ял итә торған урынды.

Үҙем ҡайҙанмы - Свободанан, шунда клуб мөдире булып эшләп пенсияға сыҡтым. Ирем Таймаҫтан ине, мәрхүм булды, ауыр тупрағы еңел булһын. Улым да теге донъяға китте. Ҡыҙым Күмертауҙан ошо фатирҙы алып бирҙе, ейәнем менән бергә донъя көтәбеҙ, әле ул армияла, ноябрҙә ҡайта, Алла бирһә. 

Ошондай шылтартыуҙы алыу менән, бөгөнгө байрамды ла иҫтә тотоп, инәй янына ашыҡтыҡ, бүләк бирҙек. Күҙҙәре йәшкәҙәне инәйҙең. Тыумышы менән Бүздәктән икән үҙе, исемең сәйерерәк һымаҡ беҙҙең халыҡҡа тигәс, атайым тарихсы ине, Кения тигән илгә бағышлап ҡушҡан ошо исемде тип көлдөрҙө. 
Байрам менән, инәй. Ейәнеңде иҫән-һау көтөп алып, тағы ла оҙаҡ йылдар именлектә генә йәшәргә яҙһын. Донъя Кения һымаҡ йылы булһын. 
Ә эскәмйә һорауын мотлаҡ күтәрербеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: