Все новости

Һеҙ - донъя тотҡаһы

Яҡшымбәт ауылы биләмәһендә йәшәгән хөрмәтле оло йәштәгеләр! Һеҙҙе халыҡ-ара ололар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! 

Һеҙ - донъя тотҡаһы
Һеҙ - донъя тотҡаһы

Һеҙ - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, алдағы тормошоғоҙҙа ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!
Ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын,
Бай, мул көндәр уны биҙәһен.
Һәр яңы көн шатлыҡ менән үтһен,
Ауырлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир СЫНБУЛАТОВ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: