Изге йөрəгегеҙ бәхетле типһен

Хөрмəтле һаулыҡ һаҡлау өлкəһе хеҙмəткəрҙəре ветерандары! Һеҙҙе ысын күңелдəн Ололар көнө менəн ихлас ҡотлайбыҙ!

Изге йөрəгегеҙ бәхетле типһенИзге йөрəгегеҙ бәхетле типһен
Изге йөрəгегеҙ бәхетле типһен

Һеҙҙең башҡарған хеҙмəтегеҙ оло яуаплылыҡлы булды. Тормоштағы ауыр минуттарҙа һəр кемгə ярҙамға килеп, иртəгəһе көнгə өмөт уятып, үҙ һөнəрегеҙгə тоғро ҡалып, профессиональ башҡарҙығыҙ. Һеҙҙең ҡотҡарған ғүмерҙəр, алтын ҡулдарығыҙ һəм изге йөрəгегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур ихтирам яулай. Ҡылған изге эштəрегеҙ үҙегеҙгə ҡыуаныс булып меңлəтə əйлəнеп ҡайтһын! Һеҙгə һəр иртəгеҙҙе лə бəхетле йылмайыу менəн ҡаршы алыуығыҙҙы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилə именлеге, тыныслыҡ, оҙон ғүмер телəйбеҙ.
Иң изге телəктəр менəн Күмертау ҡалаһы дауаханалары хакимиəте һəм профсоюз комитеты хеҙмəткəрҙəре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас