Все новости

Күңел йылыһы яҡшыраҡ

Свобода. Беҙҙеңсә ирек, азатлыҡ тип тәржемә ителә ул. Көйөргәҙе районындағы Свобода ауылы ла хәс иректә йәшәй һымаҡ -исемдәре бигерәк матур. Бында хәҙер инде күп яҡтарға билдәле Ҡарттар йорто бар. Бөгөнгө байрамда, әлбиттә, уны ситләтеп уҙа алманылар, ысынында, иң ныҡ һағынып бына кемдәр был байрамды көтөп ята һымаҡ.

Күңел йылыһы яҡшыраҡ
Күңел йылыһы яҡшыраҡ

Район башлығы исеменән күп итеп күстәнәстәр алып килделәр, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып, ҡотлап, иҫәнлек теләнеләр. Ҡарттар йоротндағы төрлө яҙмыш-сыуалышлы кешеләр, һүҙ ҡәҙерен башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ тоя кеүек, бик риза булдылар. Күстәнәстәре яҡшы, күңел йылыһы тағы ла яҡшыраҡ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: