Все новости

Күңел йылыһын тойоп йəшəгеҙ!

Хөрмəтле һуғыш һəм хеҙмəт ветерандары, оло быуын вəкилдəре! Кешелектең тəрəн мəғəнəлелек һəм гражданлыҡ камиллығы символы булған көҙгө байрамда һеҙгə йөрəк түренəн сыҡҡан иң изге телəктəремде еткергем килə.

Күңел йылыһын тойоп йəшəгеҙ!
Күңел йылыһын тойоп йəшəгеҙ!

Беҙҙең район ветерандарының яҙмыштары тулыһынса дəүлəтебеҙ тарихын сағылдыра. Тап бына Һеҙ - оло быуын вəкилдəре хəрби һəм хеҙмəт батырлығына ирешкəнһегеҙ, илебеҙгə яҡшы йолалар булдырғанһығыҙ. Һеҙҙең күптəрегеҙ бөгөн дə Көйөргəҙе районы үҫешенə тырышып, баһалап бөткөһөҙ үҙ өлөшөн индерə, əүҙем тормош алып бара.
Ҡəҙерле ветерандар! Һеҙҙең тормош батырлығығыҙ, хеҙмəтегеҙ, ауылығыҙҙы һəм районыбыҙҙы үҫтереүгə индергəн баһалап бөткөһөҙ өлөшөгөҙ өсөн оло рəхмəттəремде еткерəм. Беҙ һеҙҙе һəм һеҙҙең фиҙаҡəр хеҙмəтегеҙҙе ныҡ хөрмəт итəбеҙ. Һеҙ бар тормошоғоҙ, йəшəү рəүешегеҙ һəм күркəм хеҙмəтегеҙ менəн лайыҡлы дан, хөрмəт һəм ихтирам яуланығыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, туғандарығыҙ һəм яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп йəшəүегеҙҙе һəм оҙон ғүмер телəйем!
Ю. Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль районы хакимиəте башлығы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: