

Һеҙҙе Халыҡ-ара ололар көнө менəн ихлас ҡотлайбыҙ! Барыбыҙ өсөн дə был көн һеҙгə тағы ла бер тапҡыр күңел йылылығын һəм ихласлыҡ, ихтирам һəм һөйөү бүлəк итеүгə, кешелəр һаулығы өсөн башҡарған эштəрегеҙ өсөн тəрəн рəхмəт белдереүгə яҡшы сəбəп булып тора. Беҙ һеҙгə тормошто ярата белеүегеҙ, оптимизмығыҙ, тирə-йүндəгелəргə һəр төрлө һынауҙарҙы үтə алыуға ышаныс биреүегеҙ өсөн рəхмəтле.
Ҡəҙерле ветерандарыбыҙ, һеҙгə ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һəм бəхет телəйбеҙ! Тормошоғоҙҙа ҡояшлы һəм шатлыҡлы көндəр мөмкин тиклем күберəк булһын!
Ҡотлау менəн Күмертау ҡалаһының туберкулезға ҡаршы диспансер хеҙмəткəрҙəре.