Все новости

Уртаҡ табын - уртаҡ яҙмыш

Бына был беҙҙекеләр, исмаһам, шул уҡ, бер ерҙәре лә үҙгәрмәгән, шап-шаҡтайҙар! Әллә ҡартая белмәйҙәр, әллә тәбиғәт уларға тейергә ҡыймай - матур кешеләргә ҡағылырға баҙнаты етмәй.  Урал Ҡәйүпов, ғүмере буйы етәксе урында, партияның уртаһында ҡайнаған кеше ул (КПСС та уныҡы, Берҙәм Рәсәй ҙә уныҡы). Шулай булһа ла,  тура һүҙле ағай, ауыл хужалығын яҡшы белгән, корреспондентҡа уҡымаһа ла, тегеләй-былай журналистарҙы арҡаһына һалырлыҡ талант та ул. 

Уртаҡ табын - уртаҡ яҙмыш
Уртаҡ табын - уртаҡ яҙмыш
Тәлғәт Шаһманов. Уның алған премия-шөһрәттәрен һанап тормайбыҙ, журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы. Пенсияға сыҡҡас, ваҡытың күптер, сәғәт телдәренә ҡарап тик ятаһыңдыр тиһәк... Тәлғәт ағайҙың тын алырға ла ваҡыты юҡ, әле китапҡа тотонған, сираттағыһына. 
Элфрида Талипова. Элфрида апай еҙнәне лә эйәртеп килгән, бер-береһенән күҙҙәрен дә ала алмай ултырҙылар - булһа ла була икән ерҙә мөхәббәт. Әллә күпме һөйләшеп ултырҙыҡ - танһыҡ ҡанманы, һүҙҙәр бөтмәне. Бөтмәһен шул. Барыһы ла киләсәккә ҡалһын. Иҫәнлек һеҙгә, ағай-апайҙар, беҙҙең менән яҙмышты бүлешкәнегеҙ өсөн рәхмәт. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: