Все новости

Олоғайыу- үҙе бәхет

Яҡут китапханаһында Ололар көнөнә ҡарата "Олоғайыу- үҙе ҙур бәхет" тип исемләнгән бик матур сара үтте. 

Олоғайыу- үҙе бәхет
Олоғайыу- үҙе бәхет

Байрам көнө менән матур теләкләр әйтеп китапханасыбыҙ Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙы ҡотланы.
Йырлап, бейек, төрлө арҙаҡлы шәхестәәребеҙҙең шиғырҙарын уҡып, ваҡыттың үткәнендә һиҙмәнек.
Байрам табын артындағы күңелле һөйләшеүҙәр менән дауам итте.
Ошондай матур саралар китапханала йыш үтеп тора, рәхмәт китапханасыбыҙға!

Эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡ, ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Нәсибә Ҡәҙерғәлина, китапхананың иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: