Все новости

Матур инәй

Беҙ кереп килә ятҡанда, ул әллә тупһа һепереп йөрөнө, әллә башҡа, ауылда ғүмере бөтмәҫ эш менән булашты, беҙҙе ишетмәне, йортона керҙе лә китте. Артынан ингәс, кем икәнде, ҡайҙан икәнде белеп тороу ҙа юҡ (ете ят әҙәмдәр килә ята), һыуәйҙәләп, түргә саҡырҙы - хәҙер сәй ҡуям. Һааай, үҙебеҙҙең инәйҙәр, илбаҫар килә ятҡанда ла изгелек теләп торор.

Матур инәй
Матур инәй

Венера Хәсәнова. Уңғарҙыҡы. Уға төбәп килмәһәк тә, Венера инәйгә һуғылмай китеү яҙыҡ булыр ине - беҙҙең актив уҡыусы ул.
- Нисә йәш инде һиңә хәҙер?
- Йәшмен әле, 82 генә, - етди итеп әйтте, шаяртыуҙың әҫәре лә юҡ, ул әйтте, беҙ ышандыҡ, йәшһең шул, инәй, Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарға биргеһеҙһең.
Әңгәмә оҙаҡҡа һуҙылды, көлгән дә, илаған да мәлдәре лә булды (тормош гел шыма ғына барһа икән).

Инәйебеҙ, күпме баш тартмайыҡ, өҙмәй ҙә ҡуймай, өҫтәл артына ултыртты - миңә килгән кеше ҡоро ғына сығып китмәй. Ашыҡҡан мәл, сөпөрләтеп тиҙ генә эсәйек тә китә һалайыҡ тиһәк, ҡайҙа, инәй, ниндәй байлығы бар, барыһын да сығарҙы ла ултыртты. Манты бешергән.
- Үҙең бешерҙеңме? - ҡабалан тормош менән йәшәгәнгәме, йыбанғанғамы, мантыйҙы ла бик йыш магазиндан әҙерҙе алабыҙ ҙа ҡуябыҙ бит.
- Атаҡ, үҙем булмай ни? Яһалманы яратмайбыҙ беҙ, булғас, үҙеңдеке булһын. Бына бал, бәлеш, бананды ла ашағыҙ, - инәйебеҙ тағы нимәм бар икән тигәндәй, бер һыуытҡысына, бер шкафына үрелде.
Яулыҡ, ойоҡ алып килгән инек, Венера инәй, түҙмәне, яулыҡты ябынып ҡараны - ашҡа саҡырһалар, матур булып барам. 

Был турала материал тулы килеш киләһе һандарҙың береһендә баҫыласаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: