Все новости

Яҡшы ғаилә – ил күрке

Бергә йәшәп, ғүмер юлын бергә үткән, райондаштарының, ауылдаштарының оло хөрмәтенә һәм ихтирамына лайыҡ булған ғаиләләрҙең береһе булған Рафаил Исмәғил улы һәм уның тормош юлдашы Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Саттаровтар тураһында алда яҙыр һүҙем. 

Яҡшы ғаилә – ил күрке
Яҡшы ғаилә – ил күрке

Уларҙың бергә йәшәүҙәренә күптән түгел 50 йыл тулды. Бөгөнгө көндә улар икеһе лә хаҡлы ялдалар. Әммә һис кенә лә буш торғандарын күрмәҫһең уларҙың. Халҡыбыҙҙың бик тапҡыр бер мәҡәле бар – “Май сүлмәге тышынан билдәле”. Саттаровтар йорто әллә ҡайҙан матурлығы, йыйнаҡлығы менән күренеп тора. Рафаил Исмәғил улы Яңы-Юл ауылында тыуып үҫкән. Яҡшымбәт урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Беренсе курстан һуң, хәрби хеҙмәткә саҡырылып, өс йыл ғүмерен хәрби-диңгеҙ флотында һалдат бурысын үтәүгә арнай. Аҙаҡ институтты ҡыҙыл дипломға тамамлап, тыуған ауылына ҡайтып, зоотехник булып эш башлай. 45 йыл ғүмерен малсылыҡ тармағын үҫтереүгә, ил халҡын һөт-ит ризыҡтары менән тәьмин итеүгә һала. Бер эштән дә баш тартмай ул. Тырышлығы өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. Яҡшымбәт ауылына Ҡалтанан килен булып төшкән Тәнзилә апай ҙа был ерҙе күптән үҙ иткән.

Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: