Все новости

Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Яңыраҡ Яҡут ауылы китапханаһы исеменән, декабрь айында күркәм юбилейын билдәләгән, Миңлегөл Хәйрулла ҡыҙы Ҡунаҡбаеваға барлыҡ ауылдаштары исеменән ҡотлау еткерергә тип, ҡунаҡҡа инеп сыҡтым. 

Оҙаҡ йәшәү серҙәре
Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Миңлегөл апайға ҙур тәрбиә күрһәтеүсе килене, Гөлшат еңгә, әҙәбиәткә ҡарата тәрән һөйөү йөрөтөүен күптән беләм, ул тыуған телен бик хөрмәтләй, матур шиғырҙар ҙа яҙа. Был көндә лә бик куп шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе ул. Шуларҙың береһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.
Әй, ҡайыным, ҡайыным...
Күңелгә булһа яманһыу
Көтә мине ҡуш ҡайын.
Серләшәбеҙ, һөйләшәбеҙ
Белдем, ҡайынға - ҡыйын.
Көслө ел, ғәрәсәттән һуң
Ҡайыным ҡалды яңғыҙ.
Һәр япрағынан йәш тама
Ҡайынға булды моңһоу...
Зарланмайбыҙ, уфтанмайбыҙ
Әй, ҡайындар, ҡайындар
Йәшәргә көс, дәрт табайыҡ
Яңғыҙ ҡайын, ҡатындар.

Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА, Яҡут ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә кисә сыҡты. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: