Все новости

Уфтанмайыҡ

Йыл йомғаҡтары тигәс, әлбиттә, тағы ла бер мөһим нәмәгә йомғаҡ яһау мотлаҡ - вакцинация үтеү. Был йәһәттән Көйөргәҙе районы бик маҡтана алманы тәүҙә, укол һалдырырға теләүселәр аҙ, тегеләйтеп тә ҡаранылар, былайтып та, аҙаҡ ҡына хәлдәр, аҙмы-күпме, яҡшырҙы.

Уфтанмайыҡ
Уфтанмайыҡ

Бигерәк тә ололар араһында ҡарышҡандар күп булды, донъя хәлен белеп буламы, һалдырһаң, әллә ҡалай булыр ҙа ятырһың. 

Шулай ҙа өлкәндәрҙән вкцинаға ышанғандары ла булды. Тап ошондай инәй-бабайҙар араһында Берҙәм Рәсәй партияһы бүләктәр уйнатты. 65+ йәшендәгеләр араһында. Бөгөн ошо бүләктәрҙе (аҙыҡ-түлек, тонометр), тапшырҙылар. Кинәнеп ҡул сабып ҡаршы алдылар был бүләктәрҙе, әлбиттә, һүҙ һөйләмәй ҙә булдыра алманылар. Раил Әбдрәшитов район арыу ғына йәшәй тине, кисә Путинды тыңланым, бик шәп, төплө һөйләй, капиталист илдәр һаман булһа беҙгә ҡаршы теш ҡайрай, яуыздар, ә Путин - молодец, бирешмәй. 
Бүләк өләшкән арала Әхәт Исламғолов район хәлдәрен бәйән итеп өлгөрҙө. 
- Үҙегеҙ күрәһегеҙ, иптәштәр, төрлө ваҡыттар була, бына дауаханалар менән проблема, Яңы Морапталдыҡың ябып ҡуйҙылар, Ермолайҙың да хәле шәптән түгел, - шунан байрам икәне иҫенә төштө, -  рәхмәт һеҙгә, һаулыҡтан айырмаһын Хоҙай, Һеҙ - беҙгә өлгө. 
Көрһөндөләр. Марина Букреева, күҙгә ҡарап сәсрәткәнсе әйтә торған кеше, ул да тураһын ярҙы, шулай ҙа ныҡ ҡыҙып китмәне - байрам бит. 
- Дауаханалар буйынса һорау бирәһең, алдайҙар, әллә ҡайҙа баралыр был донъя.
Ветерандар Советы рәйесе  М. Лященко һөйләне, элекке ауыл башлығы В. Кирюшин матур ғына телмәр тотоп ташланы. Йырланы. Раил Абдулла улы минең уҡытыусым, шәп етәксе булды, мин уға арнап, татарса йырлайым - "Уфтанма". 
Көйө аҙыраҡ боҙолдо кеүек, һүҙҙәре лә саф татарса булманы, эш бындамы ни? Шәп килеп сыҡты барыбер. Уфтанмайыҡ әле - ғүмер дауам итә, ул бер нимәгә ҡарамаҫтан, матур.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: