Все новости

Һуңлаған пенсия

Бөгөн бар ғүмерен Ермолаевола үткәргән Серафима Васильевна инәй үлгән. Тормош менән хушлашҡанда, ул беҙгә, моғайын, ныҡ әрнеп, үпкәләп киткәндер.

Һуңлаған пенсия
Һуңлаған пенсия

Инәйебеҙ дүрт ай буйы пенсияһын ала алмай ятҡан, көтөп-көтөп тә, пенсия аҡсаһы барыбер уға килеп етмәгән.
Серафима инәйҙең пенсия картаһының ҡулланыу ваҡыты үткән. Ҡыҙы менән генә йәшәгән, ҡыҙы ла пенсияла, инәйҙең үҙенә 92 йәш. Һуғыш ветераны ҡатыны, ҡыҫҡаһы, нужаны байтаҡ күргән. Карточка срогы сыҡҡан, тимәк, пенсия килмәй. Банкка барырға хәле юҡ, ятып сирләй. Кәңәш итәләр: доверенность яҙығыҙ ҡыҙығыҙға, нотариус аша кәрәк үткәрергә. Былар шулай итә лә, Ермолаеволағы нотариусҡа шылтырата, аҙаҡ бара. Тик был юлды - нотариус юлын - күпме тапамаһындар, эш килеп сыҡмай, нотариус контораһында йә береһе ауырый, йә башҡа сәбәп килеп сығып тора - ваҡыттары булмай. Күмертауға мөрәжәғәт ит, тиҙәр, беҙҙең ҡул етмәй. Ҡалаға шылтыраталар. Тик бындағы нотариусҡа Ермолай нотариусынан ҡағыҙ кәрәк, ә тегеләр ебәрмәй. Әбей, шулай итеп, 4 ай буйы көтә, аҡсаһыҙ ултыра. Ә аҡса ныҡ кәрәк. Дарыуға, памперсҡа. Ҡыҙының пенсияһы ташҡа үлсәйем, минималка. Ай-вай килеп йәшәй торғас, пенсиянан алда әжәл килә. Бына, бөгөн Серафима Васильевнаның йәне тәнен ташлап киткән. Үкенес. Һәм оят.

Ғәфү ит беҙҙе, инәй, донъя шулайыраҡ китте, үҙебеҙ әллә нишләнек. Бәхил бул.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: