Все новости

Береһенә -90, икенсеһенә - 85

Апалы-һеңлеле юбилярҙар Кинйәбай ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫәләр.

Береһенә -90, икенсеһенә - 85
Береһенә -90, икенсеһенә - 85

Сәмәрә Хәйернас ҡыҙы ошо уҡ ауылдың Муса исемле егетенә тормошҡа сыға. Тәртипле, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ғаилә 6 бала үҫтереп, оло тормош юлына баҫтыралар. Бөгөнгө көндә 90 йәшлек оло юбилейын билдәләгән оло йөрәкле инәй үҙенең балалары, 13 ейән-ейәнсәре, 18 бүлә-бүләсәре, 2 тыуасары өсөн ҡыуанып ғүмер итә. Ихтирамға, иғтибарға, һөйөүгә күмелеп кинйә улы Илһам менән килене Айгөлдә йәшәй ул. Оло булыуға ҡарамаҫтан, өй мәшәҡәттәре менән дә булышырға тырыша.
Сәриә Ғәббәсова ла тормош иптәше менән 4 балаға ғүмер бүләк итә. Тик ире вафат булғас, тормош йөгөн үҙенә тартырға тура килә уға. Ауыл ерендәге барлыҡ ҡатын-ҡыҙ эшенән ҡалмай тырышып эшләй, оҙаҡ йылдар ФАП-та санитарка булып та хеҙмәт итә.

Кинйәбай ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы. 

Хат тулы вариантта гәзиттә йома көнө баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: