Все новости

Хеҙмәт ҡаһармандары

Түбәнге Баба ауылына йыш ҡына барып йөрөлә. Шунда мин йыйнаҡ ҡына матур өйҙө күреп, уның хужабикәһе менән танышырға йөръәт иттем. Ул Тәзкирә апай Кинйәкәйева булып сыҡты.  

Хеҙмәт ҡаһармандары
Хеҙмәт ҡаһармандары

- Егерме йәштәр тирәһендә Ырымбур ҡалаһына сығып китергә уйланым. Совхоз етәкселәре ебәрмәй. Саҡ сығып китә алдым, Ырымбурҙа йыл ярым вагон бушаттым. Тик барыбер Түбәнге Бабаға кире ҡайттым инде. Фәритем барып алды бит. Ағаһы тәки күндергән. Шунан ни яйлап икәүләп эшләп, ошо өйҙө һалып керҙек. Бабайым менән 55 йылға яҡын йәшәнек. Бар ғүмеребеҙ совхоз фермаһында үтте , - ти ул ауыр һулап, - ниндәй генә эш эшләмәнек! Һарыҡ та ҡараныҡ, быҙауҙар тәрбиәләнек, һауынсы ла булындым. Рәхмәт хөкүмәткә, пенсияһын мул бирә. Бабайым менән балалар тәрбиәләнек. Биш балалан икәүһе ҡалды инде. Бына ошо Фәрғәт улым менән Резидә киленем янында йәшәйем. Уларҙың өс балаһы бар. Оло ҡыҙҙары Лиана, табиплыҡҡа оҙаҡ итеп уҡып, хәҙер Өфөнөң бер дауаханаһында эшләй, ҡайтҡанында мине ҡарап, дауалап киткән була. Икенсе ҡыҙҙары Динара ла Өфөлә уҡый. Икеһе лә Күмертауҙағы политехник лицей-интернатында белем алды. Кесе балалары Айбулат Яҡшымбәт мәктәбендә уҡый. Өләсәй тип өҙөлөп торалар. Шуныһы миңә ҡәҙерле, - тип ҡыуанысын да һөйләп алды.

Азат ХӘЛИЛОВ, Күмертау ҡалаһы. 

Хат тулы вариантта гәзиттең үткән йома һанында баҫылды.  

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: