Все новости

Ике Рабиға

...Көңгөр-ҡаңғыр килеп, сәй эсеп кенә ултырһаҡ, юбилярҙың оло улы Рәсүл ҡайтып инде.

Ике Рабиға
Ике Рабиға

- Әл дә янымда ул бар, - әсә кеше инде үҙенең дә сәстәре салланған малайына ҡарай, - бер үҙем нишләр инем.
Рәсүл ауылда иң кәрәкле кешеләрҙең береһе (әсәһенә генә түгел, башҡаларға ла ныҡ кәрәк) – ул сәс алыу оҫтаһы. Яманһарыла һәр береһе сәсте рәткә килтерәйем тип, ҡалаға барып йөрөй алмай, ә оҫта яндарында ғына.
- Мин «Юшатыр»ҙы яратам, - көтмәгәндә Рәсүл Иҙрисов беҙгә ҡарата һөйөүен белдереп ҡуйҙы - шәп яҙаһығыҙ.
- Әйтмә лә инде, - ике Рабиға уны көтөп кенә торғандай, бергәләп һүҙгә ҡушыла, - күрше-тирә һеҙҙе алдырмай, керһәләр, гәзитте урлап алып сығып китәләр.
Бындай мәртәбә кемгә эләгә әле, Ҡөръәнде урлау беҙҙең халыҡта гонаһ һаналмай, киреһенсә, шәп ҡылыҡ тип баһалана, изге булмаһаҡ та, урлайҙар икән, тимәк, яҡшы, ҡыҙҙың да ямағын урламайҙар. 

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: