Все новости

Тәмле ғүмер һиңә

Бауырһаҡ. Өйҙә, бөтөн күңелеңде һалып, матур йырҙар йырлай-йырлай бешерелгән бауырһаҡҡа етәме ни! Магазиндан алған бындайҙың янында ла тормаған.  

Тәмле ғүмер һиңә
Тәмле ғүмер һиңә

Тап шундай ысын бауырһаҡ биреп ебәргәндәр беҙгә. Илкәнәй бауырһағы. Халҡыбыҙ хәтәр беҙҙең, үтә ныҡ рәхмәтле, ҡуйсәле, ошо аҙыҡты бешергәндә, бына был өлөшө Юшатырға тип бешерҙеме икән Сәриә Нуриева? Былай булһа, бигерәк тә (артып ҡалды, әрәм булмаһын, биреп ебәрәйем әле тимәгәндер). Ҙур рәхмәт, апай,  ҡулдарыңдың ғына түгел, йөрәгеңдең йылыһын тойоп ашаныҡ (арабыҙҙа ураҙа тоторға йөръәт иткәндәр юҡ әлегә). Үтә ныҡ тәмле булған ашың. Һине һаулыҡтан айырмаһын, оҙон бәхетле, бауырһағың кеүек, тәмле ғүмер һиңә. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: