Все новости

Кенəз нəҫеленəн

Минең ҡартəсəйем Зөлəйха Заһиҙулла ҡыҙы Ишмөхəмəтова Аҡсуриндар кенəздəре нəҫеленəн. 

Кенəз нəҫеленəн
Кенəз нəҫеленəн

Ҡартəсəйем ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көс табып, беҙҙе аҡыллы кəңəштəренəн, изге телəктəренəн айырмай йəшəй, əле һаман намаҙ уҡый, ураҙа тота. Беҙгə бүлə бүлəсəлəренə ислам дине нигеҙҙəрен өйрəтə. Алтын ҡуллы яҡыныбыҙ тик ултырырға яратмай, ҡул эштəре менəн шөғөллəнə. Бөтə балаларына ла күҙ нурын һалып, мəрйендəр менəн сигелгəн һүрəттəрен бүлəк итə.
Ҡартəсəйем 79 йəшендə генə үҙенең кенəз нəҫеле ҡыҙы икəнен белə, был мəғлүмəтте туғандары Зөфəр Ғабдрауф улы һəм Вилдан Файзулла улы Аҡсуриндар архив документтарын өйрəнеп асыҡлай.
Зилиə КАЗБИКОВА, Салауат медицина колледжының 1-се курс студенты.

Зилиәнең хаты тулы килеш үткән һанда гәзиттә баҫылды.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: