Все новости

Баш эймәгән кеше

Латифа Абдулла ҡыҙын, кулак балаһы тип, мәктәпкә уҡырға алмай интектерәләр. 

Баш эймәгән кеше
Баш эймәгән кеше

Ул Яҡшымбәт ауылында хәлле Фәғилә һәм Абдулла Аллабирҙиндар ғаиләһендә тыуа. Атаһы бик эшһөйәр кеше була, үҙенең һатыу кибете лә була. Биш баланы тәрбиәләп йәшәп ятҡанда, коллективизация башлана. Латифа инәйҙең атаһын ҡулға алып Өфөгә оҙаталар. Йыйылған мөлкәтен тартып алып, хатта 6 мөйөшлө йортон һүтәләр. 36 йәшлек кенә әсәһе береһенән береһе бәләкәй бала менән яңғыҙы тороп ҡала. 70-се йылдарҙа ғына Абдулла Аллабирҙинды алып киткәс тә атып үлтерелеүе хаҡында билдәле була. Балалар аслыҡтан интегә, ярай әле, яҙын үлән ашап көн күрәләр.
Латифа Абдулла ҡыҙын кулак балаһы тип мәктәпкә уҡырға алмай интектерәләр. Шулай ҙа ныҡышмалыҡ менән 7 класс белем алырға ирешә. Тик пионерҙар, комсомолдар рәтен генә тултырырға ирек бирмәйҙәр.
Бәләкәйҙән ауыр эш эшләргә тура килә, колхозда ла бил бөгә. Һуғыш йылдарында бригадир була.
1947 йылда Муса Биктимер улына тормошҡа сыға һәм 6 балаға ғүмер бирә. Һуғыштан һуң ул магазинда һатыусы, һуңынан мәктәп интернатында ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ул йылдарҙа бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың эше - сөгөлдөр утауҙы ла башҡара.
Оҙон тормош юлында бик күп бәләләр, ҡайғылар кисереп, ауырлыҡтар аша үтергә тура килә Латифа инәйгә. Әле ул балаларының йылылығын тойоп, уларҙың хөрмәтенә төрөнөп матур тормошта йәшәй...

Ошо көндәрҙә 100 йәшен тултырған Латифа инәй тураһында материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: