Все новости

Беҙҙән - күстәнәс, ә һин бул гел йәш!

Ошо көндәрҙә уға 85 йәш тула.  

Беҙҙән - күстәнәс, ә һин бул гел йәш!
Беҙҙән - күстәнәс, ә һин бул гел йәш!
Кисә генә телефон аша һөйләштек, барығыҙға ла күптин-күп сәләмдәрен ебәрҙе инәй. Йәше апаруҡ булһа ла, Аллаға шөкөр, үҙен яҡшы тоя. 
Рәйсә Рафиҡ ҡыҙы КИНЙӘКӘЕВА, Яҡуп ауылы. Яратҡан шөғөлдәре байтаҡ, белмәгән эше юҡ, иң яратҡаны, моғайын, сәскә үҫтереүҙер. Уның сәскәләрен кем күргән, әллә күпме ваҡыт үтһә лә, онотмай, һөйләп йөрөй - күҙҙе ҡамаштырыр матурлыҡ. Беҙҙең гәзиттән өҙөлмәй, хәрефенә тиклем ҡалдырмай, уҡып бара. Һөйләшкән арала инәйебеҙ Юшатырҙан бүләк алғаным юҡ тип тә ысҡындырҙы. Һиии, эш унда ғына булһа! 
Ошо ялдарҙа Рәйсә инәйгә күстей ебәрәбеҙ. Йәнә лә бер һөйөнсө: уның турала материал да киләһе һанда баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: