Все новости

"Гәзит аша белеп ултырам"

Барып ингәс, инәй ҡаушап китте.

"Гәзит аша белеп ултырам"
"Гәзит аша белеп ултырам"

Ҡыуанғаны һиҙелә ине уның - яратҡан гәзите бүләк ебәргән (беҙ инәйҙең юбилейына бүләк бирәбеҙ тип вәғәҙә иткән инек). Оло кешегә күп кәрәкме инде, йылы һүҙҙәр әйткәс ирене лә төштө.

- Юшатыр гәзитен күптән алдырам, - тине Рәйсә инәй, - мин алдыра башлағанда "Ильич юлы" ине. Ғүмер буйы уҡыйым тиһәм дә хата булмаҫ. Бар район, ауылдың яңылыҡтарын, гәзит аша белеп ултырам. Почта йәшеген йүгереп сығып ҡараған ваҡыттарҙа булды. Түҙемһеҙләнеп көтһәң шулай була инде. Оло юбилейыма гәзит исеменән бүләк алыуыма сикһеҙ шатмын. Мине ҙурлағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, ауырыу-һыҙлау күрмәй эшләргә яҙһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: