Атаҡлы ауылдашының (социалистик хеҙмәт ударнигы, әллә күпме ярыштарҙа еңгән механизатор) шатлығын уртаҡлашырға килгән яманғолдар, туҡһанын тултырған бабайға ҡарап хәтирәләргә бирелде.
- Ул заманда, барыбер, коммунизмда йәшәнек.
Икенсеһе ҡаршы төшә:
- Ниндәй коммунизм булһын, бер нәмә лә юҡ ваҡыт ине. Яманғолда өй һалам тиһәң, ағасы юҡ, ни юлы, ни транспорты юҡ, йәйәүләп Әтрәткә тиклем йөрөй торғайныҡ, бөтөн иғтибар Үҙәккә китеп торҙо – Айсыуаҡ та Яманһары.
Юбилярыбыҙ өндәшмәй генә тыңлай. Шатлығын ситкә бик сығарып бармай, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Отрада биләмәһе хакимиәте килгән ҡотларға, ауылдаштары, туғандары, балалары, сәғәттәр буйы бирешмәй, өҫтәл артында ултыра, үҙе өсөн үтә ҡыуанмаһа, балалары өсөн ныҡ шатлана булыр.
Теге заман шәп, был заман бик шәп түгел йәки киреһенсә.... былар барыһы ла уға, бәлки, бик мөһим дә түгелдер. Матур тормошта йәшәне, йәшәй, зарланырға сәбәп юҡ.
- Рәхмәт, балалар. Мине ҙурлағанығыҙ өсөн.
Юбиляр хаҡында материал тулы килеш үткән һанда баҫылды.