Быйыл ҡыш, мине Свободалағы ҡарттар йортонан ҡыуып сығарҙылар тип, видео төшөргәйне. Аҙаҡ беҙ ҙә янына барҙыҡ, улай уҡ ҡурҡыныс хәл юҡ икән тип ҡайттыҡ. Торараҡ тағы бер барҙыҡ, Әҡсән бабай быныһында бөтөнләй башҡараҡ кәйефтә ине, донъяһы түңәрәк. Беҙ, алдан вәғәҙә иткәнсә, уға телефон бүләк иткән инек. Улай-былай булһа, тот та шылтырат. Байтаҡтан күргән юҡ ине үҙен, бөгөн күрештек. Бабайыбыҙ һин дә мин йәшәп ята. Өҫ бөтөн, тамаҡ туҡ. Телефоны ла иҫән.
Тормошта барыһы ла һәйбәт булған бер кешене күреү ҙә һине бәхетле яһай ала. Артабан да, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп кенә, юҡҡа-барға ыҙғышмай йәшәһәк ине - ғүмерҙең хаҡы, йәшәү мәғәнәһе тураһында был көндәрҙә бигерәк күп уйландыра.