Все новости

Балалар йәтим үҫмәһен

Өлкән йәштәгеләр менән осрашып һөйләшеү – үҙе бер ғүмер. 

Балалар йәтим үҫмәһен
Балалар йәтим үҫмәһен

Шәбағыш ауылында йәшәүсе 82 йәшлек Зөлфирә Мәғафүр ҡыҙы Абдрахманова үҙенең тормош юлы тураһында һөйләй, иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Уның һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларына ла еткергем килә.
- Әтейебеҙ, Мәғафур Йосопов, 1941 йылдың август айында һуғышҡа китә. Ул ваҡытта мин йәш ярымлыҡ сабый булғанмын. Беҙ апайым менән икәүләшеп бер нимә лә һиҙмәйенсә йоҡлағанбыҙ. “Их, балаҡайҙарым ҡала бит...”- тип, әтейем беҙҙе яратҡан. “Тиҙ ҡайтырмын, Әминә, көт мине, тиҙ ҡайтырмын!”- тип әйткән. Әтейҙе һуғышҡа оҙата киткәндәр. Ауылдаштар уның, ат арбаһына ултырып, йырлап барыуын иҫкә төшөрәләр ине. Был уның яҡындары, туғандары менән хушлашыуы булған. Әтейебеҙ матур йырлаған.
Уның фронттан яҙған хаттарын әней ҡысҡырып уҡый ине. “Ҡыҙҙарыма косынка алдым: береһе зәңгәр, береһе йәшел. Шул бүләктәремде балаларыма алып ҡайтып бирергә насип булһын”, - тигән һүҙҙәре иҫтә ҡалған. Һуңгы хатында ул: “Бик ҡаты һуғышҡа керәбеҙ”, - тип яҙа. Шуныһы бигерәк аяныслы: әтейҙең өсмөйөшлө хаттарын әней йыйып бара, ләкин һаҡлап ҡала алмай. Беҙҙең өйөбөҙ янды, хаттар ҙа шунда юҡҡа сыҡты.
Әней һуғыштағыларға ойоҡбаштар бәйләй. Ойоҡбаш эстәренә “Зөлфирә һәм Венера ҡыҙҙарыңдан”, - тип яҙылған ҡағыҙ киҫәктәре һалабыҙ. Үҙебеҙҙең һарыҡ йөнө юҡ. Әтей һуғышҡа киткәс, һарыҡтарҙы бөтөрҙөк. Беҙҙә кәзә менән һыйыр ҡалды...

Илшат Нәжмиев, Шәбағыш ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: