Йүнле әҙәм этен дә тышҡа сығармаҫ тип, тап ошондай көн тураһында әйткәндәрҙер.
Әммә власть, һауа һалҡын тип һылтау табып, кабинетында ҡайнар сәй эсеп кенә ултыра алмай.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Акилов бөгөн юлда. Свобода яҡтарында йөрөп, ҡайтып килә. Төп маҡсат: Ҡарттар йортон ҡарау, нисек тоя үҙҙәрен, өшөмәйме икән ололар? Урынбаҫар тигән исеме булһа ла, уны төпкә үк индермәгәндәр, тихий час мәле, етмәһә, карантин. Шулай ҙа Әҡсән ағай менән йортто әйләнеп сыҡҡандар - йорт йылытыла, мунсалар яғыла - барыһы ла һәүетемсә. Килгәс-килгәс, Д. Акилов ауыл хакимиәте башлығы, активистар менән дә күрешкән - Айыҡ ауылда еңгән кешеләр артабан нимә эшләргә уйлай? Танауҙы тышҡа ла сығарып булмай тип, тик ултырып булмай, алға барырға кәрәк.
Юлдар. Данил Зиннәт улы, әлбиттә, быныһын дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған, уның әйтеүенсә, был юлдан уҙыш буйынса ярыштар үткәрергә була, тап-таҡыр.
Артабанға табан барыр юлдар ҙа һикәлтәһеҙ, таҡыр булһын.