Яңы йыл каникулдары ғәйеплеме, башҡа сәбәбе бармы - ниңәлер дәрт яғы самалы, әллә тыштағы һыуыҡ шулай тәьҫир итә, ҡыбырлағы ла килмәй.
- Һеҙҙең корреспонденттың юбилейы бит, киләһегеҙҙер ул? - Яҡшымбәт ауылы башлығы Юнир Сынбулатов шулай тип өндәшкәйне.... Торҙоҡ та саптыҡ, бындай мәлдә юҡ-барға һылтанып ултырып ҡалыу яҙыҡ, Ҡорбанғәли Сөләймәновҡа 80 йәш, килмәһәң, бәлки, оло кеше үпкәләмәҫ (уныһы ла икеле), әммә аҙаҡ үҙебеҙ ныҡ үкенәсәкбеҙ, бындайҙың баштан үткәне бар.
Яҡуп ауылына килеп ингәс тә, туҡтап, кемдәндер, хәлдәрегеҙ нисек тип һорап торманыҡ, былай ҙа беләбеҙ, кем нисек йәшәй, нимә эшләй - Ҡорбанғәли ағайыбыҙ, түкмәй-сәсмәй, еткереп тора, ун йылдан ашыу ауыл старостаһы ла булған кеше бит ул: кемдең нисек тын алғанын яҡшы белә, ошо йылдарҙа унан нисәмә хат-шылтыратыу алдыҡ икән, һәр береһендә ниңә улай, ниңә былай түгел, шуны шулайтайыҡ, быны былайтайыҡ.... Битараф кеше түгел, һәр ауылға ана шундай кеше кәрәк, был йәһәттән Яҡуп ауылы уңды тиһәң дә була.
- Минең яҙғанды ҡайһы берҙәр оҡшатмай, - шулай ти ағайыбыҙ, кем-кем, беҙ беләбеҙ: ҡәләмгә тотондоңмо, мотлаҡ һине яратмаусылар табыла, тормош, ҡыҙғанысҡа, шулай ҡоролған.
- Ҡуй сәле, иғтибар итмә, уҡыусылар һине маҡтап бөтә алмай, Ҡорбанғәленең яҙғандары шәп тиҙәр, - беҙҙең һүҙҙәрҙә бер тамсы ла ялған юҡ.
- Кисә генә Ялсыҡайҙан берәү шылтыратты, ниңә яҙмай башланың ти шул...
Яҡшымбәт ауылы башлығынан тыш, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов та бында. Һәр беребеҙ, теленән килгәнсә, ҡотланыҡ. Ағайҙың ҡыҙы Дилара мул итеп табын әҙерләгән.
- Берәйҙе тотаһығыҙмы әллә?
Әллә ҡайҙан ялтыр шешә килеп сыҡты.
Материал киләһе һанда гәзиттә тулы килеш баҫыла.