Йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға, - тип йырлана йырҙарҙа. Беҙ яҙаһы гүзәл затыбыҙ, ошо көндәрҙә 85 йәшлек ғүмер байрамын билдәләүсе Фәриә Ғәзиз ҡыҙы Собханғолова ла ошо изге йәндәр иҫәбенә инә. Ул, 1937 йылда бик матур, ап-аҡ ҡарлы, шаҡтай һалҡын ҡыштың 22 декабрендә Яҡуп ауылында, ишле ғаиләлә өсөнсе бала булып донъяға килә.
Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, күп ғаиләләр кеүек, уларға бик үк еңелдән булмай ул ваҡыттарҙа. Етмәһә аталары һуғыштан яраланып ҡайта. Өй эштәрендә ярҙамлашыу, бесән эшләү, тиҙәк һуғыу, 14 йәштән тракторҙарға тағылмаларҙы эләктереп йөрөүсе булып эшләү, сәсеү эштәрендә ҡатнашыу, һыйыр һауыу - былар барыһы ла уның кес кенә иңенән үтә. Тик ул, бер ҙә ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, һәр эште еренә-еткереп, тырышып башҡара.
Фәриә Ғәзиз ҡыҙы үҫеп буй еткәс, күрше генә урынлашҡан Абдул ауылына килен булып төшә һәм ошо көнгәсә төшкән еренә тоғро ҡалып шунда йәшәй.
- Беҙҙең Йәүҙәт менән осрашыуыбыҙ бик ҡыҙыҡлы булды...
Зөлфирә УСМАНОВА, Абдул ауылы Ағинәйҙәр рәйесе
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.